Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июнь 2022, 08:30

Матурлыҡ индустрияһы – табышлы бизнес

Яңы салонда клиенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған

Матурлыҡ индустрияһы – табышлы бизнес
Матурлыҡ индустрияһы – табышлы бизнес

Әле бьюти-индустрия йылдам үҫә. Магазин аша маникюр өсөн тауарҙар һатыуға ихтыяж артҡандан-арта. Һәм был ихтыяж миҙгелгә бәйле түгел, сөнки матурлыҡ салондарына сығым материалдары – гель-лактар, инструменттар, биҙәү ҡулайламалары һәр саҡ кәрәк.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси эшҡыуар Анна Холмогорцева матурлыҡ һәм маникюр өлкәһендә дүртенсе йыл эшләй. Бүлмә һатып алып, ул эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә була, маникюр өсөн кәрәкле ҡулайламалар һатыу өсөн үҙ магазинын аса. Шунда уҡ заманса ҡорамалдар менән маникюр кабинеты ла эшләй. Яңы кабинетта клиенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Анна Холмогорцеваға ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға Сибай ҡалаһы хакимиәтенән субсидия алыу буйынса консультатив ярҙам күрһәтелде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/271793

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: