

Нуриман үҙәк район дауаханаһына яңы һанлы флюорограф һәм маммограф урынлаштырылды. Заманса аппараттарҙа табиптар тиҫтәләгән тикшереү үткәрҙе. Дауахананың рентген лаборанты Розалия Фәхретдинова әйтеүенсә, яңы маммография ҡорамалы бик уңайлы, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар тикшереү үтеү өсөн аҡса түләп Өфөгә йөрөмәйәсәк. Медицина тикшереүен бушлай бер урында үтергә мөмкин. Өҫтәүенә ҡорамалдар иҫкеләренә ҡарағанда күпкә сифатлыраҡ, патологияларҙы яҡшыраҡ асыҡлай.
Бынан тыш, яңы ҡорамал алынған һүрәттәрҙе Өфө клиникалары табиптарына ебәрергә мөмкинлек бирә.
– 13 миллион һумлыҡ һанлы маммограф “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынды. Ул элекке ҡорамалға ҡарағанда тиҙерәк эшләй. Тикшереү үтергә теләүселәр хәҙер сиратты оҙаҡ көтмәй. Нур көсөргәнеше аҙыраҡ, һүрәттәр аныҡ. Яңы техниканы ҡуйыр алдынан кабинетҡа ремонт та яһалды, – ти рентген кабинеты мөдире Фларит Шәйхелисламов.
– Барыһы ла дөрөҫ диагностика ҡуйыу менән бәйле. Ни тиклем иртәрәк аныҡ диагноз ҡуйылһа, дауалау ҙа тәьҫирлерәк буласаҡ, ауырыу ҙа йәһәтерәк аяҡҡа баҫасаҡ,– ти дауахананың баш табибы Салауат Ғайсин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.