Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июнь 2022, 16:15

Сәйәхәттәр ҡыҙыҡлы ла, уңайлы ла буласаҡ

“Ҙур Урал” төбәктәре яңы турмаршруттар һәм берҙәм навигация әҙерләй.

Сәйәхәттәр ҡыҙыҡлы ла, уңайлы ла буласаҡ
Сәйәхәттәр ҡыҙыҡлы ла, уңайлы ла буласаҡ

 

Берҙәм туристик навигация, визит-үҙәктәр селтәре һәм төбәк-ара маршруттар “Ҙур Урал” макротөбәге сиктәрендә булдырыласаҡ. Уға  Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре инә, тип хәбәр итә Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Дмитрий Ионин.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства») Свердловск өлкәһе “Ҙур Урал” макротөбәге туристик төбәк проектына инде. Берҙәм туристик навигация,  визит-үҙәктәр селтәре, юл буйы  инфраструктураһы булдырыласаҡ. Шулай уҡ төбәк-ара йәйәүлеләр, һыу, велосипед һәм ҡаргиҙәрҙәр маршруттары, маршруттарҙа берҙәм хеҙмәтләндереү стандарттарын ойоштороу, тимер юлы һәм авиачартерҙар ебәреү  планлаштырыла”, - Свердловск өлкәһенең  мәғлүмәт сәйәсәте департаменты Иониндың һүҙҙәрен еткерә.   

 Уның әйтеүенсә, бындай үҙгәрештәр туристарҙың мобиллеген арттыра, шулай уҡ Урта Уралға ҡунаҡтарҙың тотороҡло килеүен тәьмин итә. Губернатор урынбаҫары билдәләүенсә, Урал төбәктәре араһында Свердловск өлкәһендә өлкә, дәүләт һәм муниципаль музейҙар күпселекте тәшкил итә. Уларҙың һаны  800-ҙән артып китә. Төбәктең музей фондында ике миллиондан ашыу уникаль тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәр һаҡлана.

“Араларында  донъялағы боронғо ағас скульптура – Ҙур Шиғыр һынташы бар, ул Мысыр пирамидаларынан ике тапҡырға олораҡ”, - тине Ионин.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы күҙаллай.   Милли проект Рәсәй буйынса сәйәхәттәрҙең уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә булышлыҡ итә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин  башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: Bash.news

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: