Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Июнь 2022, 14:15

“Быуаттар үтә, әммә Пушкин ҡала”

Сара Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 223 йыл тулыуға арналды.

“Быуаттар үтә, әммә Пушкин ҡала”
“Быуаттар үтә, әммә Пушкин ҡала”

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы, йәйге лагерға йөрөгән балалар өсөн Аблай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл китапханаһы менән берлектә “Быуаттар үтә, әммә Пушкин ҡала” әҙәби байрам ойошторҙо. Сара Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 223 йыл тулыуға арналды.

Китап күргәҙмәһе янында китапханасы уҡыусыларҙы Александр Сергеевичтың тормошо, ижады менән таныштырҙы, “Пушкинды беләһегеҙме?” тигән викторина үткәрҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө конкурстар ойошторҙо, бөйөк шәхестең әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләне, һүрәттәр буйынса әкиәттәрен танырға тырышты. Иң һуңынан балалар “Балыҡсы һәм балыҡ тураһындағы әкиәт” буйынса инсценировка ҡуйҙы.

“Пушкиндың әҫәрҙәрен уҡығандан һуң, донъяға ошондай бөйөк шағирҙы бүләк иткән Рәсәй гражданы булыуыбыҙ менән ғорурлыҡ тойғоһо тыуа”, – тине Аблай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лида Шәйәхмәтова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/272838

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/272838

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: