Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Июнь 2022, 11:30

Икеләтә байрам!

Медицина учреждениеһы Туймазы үҙәк район дауаханаһынан 56 километр алыҫлыҡта, шуға күрә яңы ФАП-тың асылыуы - халыҡ өсөн көтөп алынған ҙур шатлыҡ.

Икеләтә байрам!
Икеләтә байрам!

Рәсәй көнө алдынан Туймазы районының Алексеевка ауылында яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы 2021 йылда төҙөлә башлай. Быйыл фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина эшмәкәрлегенә  лицензия алған.

Яңы ФАП Алексеевка һәм Имәнкүпер ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа 167 кеше йәшәй, 102-һе - хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр. Медицина учреждениеһы Туймазы үҙәк район дауаханаһынан 56 километр алыҫлыҡта, шуға күрә яңы ФАП-тың асылыуы - халыҡ өсөн көтөп алынған шатлыҡ. Уға йәш фельдшер Румия Садиҡова етәкселек итәсәк.

Ауылдаштарҙы икеләтә байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин, Соҡаҙыбаш ауылы биләмәһе башлығы Рим Гәрәев килде.

"Был ваҡиғаны беҙ оҙаҡ көттөк, өлкәндәр өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ бөгөн. Фельдшер-акушерлыҡ пункты уңайлы, яҡты. Фельдшерыбыҙҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бындай ҙур бүләк өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт", – тине ауылдаштар.

Ауыл старостаһы, Соҡаҙыбаш ауыл советы депутаты Тәслимә Ғәлимова медицина учреждениеһын төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

"Яңы ФАП ауылдаштарға оҙаҡ һәм ышаныслы хеҙмәт итһен! Модулле медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды, барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем", – тине ауыл старостаһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото:  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Икеләтә байрам!
Икеләтә байрам!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: