Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Июнь 2022, 10:50

8 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Башҡортостанда барлыҡ категория ер участкаларында дәүләт кадастр баһаламаһы тамамланды.  

8 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!
8 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә ергә яңынан хаҡ ҡуйыу бара. Раҫланған кадастр баһаламаһы һөҙөмтәләре 2023 йылда ер һалымын иҫәпләүҙә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостандың Дәүләт кадастр баһаламаһы һәм техник инвентарлаштырыу дәүләт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән.

- Башҡортостанда баһалама эштәре буйынса отчет проекты әҙерләнгән. Унда 1823320 ер участкаһына кадастр баһаламаһы бар. Был – ауыл биләмәһе, ауыл хужалығы, сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән, айырыуса һаҡланған биләмәләр һәм объекттар, запастағы ерҙәр, һыу, урман фонды, - тип аңлатты “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярова.

“Росреестр”ҙың сайтында (https://rosreestr.gov.ru/) был алдан әҙерләнгән отчет менән таныша һәм 8 июлгә тиклем үҙ иҫкәрмәләрегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.

“Росррестр”ҙың төбәк идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, үрҙә әйтелгән сайттағы Дәүләт кадастр баһаламаһы фондындағы ер участкаһын кадастр һаны буйынса эҙләү процесты күпкә еңелләштерәсәк.

Ер участкалары, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттарҙы, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын (национальный проект “Жилье и городская среда”) үҫеше буйынса совет кәңәшмәләренең береһендә тормошҡа ашырыу 2024 йылда ғына сикләнмәйәсәк, 2030 йылға тиклем оҙайтыла тип белдергәйне.

Фото: market-crimea.com

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: