Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Июнь 2022, 09:15

"Алтын даға" республика конкурс-фестивале үтәсәк

Был конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған. 

"Алтын даға" республика конкурс-фестивале үтәсәк
"Алтын даға" республика конкурс-фестивале үтәсәк

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған "Алтын даға" мәҙәниәт һәм профессиональ белем биреү учреждениеларының республика конкурс-фестивале дистанция рәүешендә - Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһенең балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, профессиональ белем биреү ойошмалары араһында, шулай уҡ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының "Вокаль сәнғәт" һөнәре буйынса 1-5-се курс студенттары араһында үткәрелә.

Конкурс-фестиваль ике этапта уҙғарыла:

I этап - 2022 йылдың 25 октябренә тиклем мәғариф учреждениеларында (һайлап алыу);

II этап - 2022 йылдың 1-30 ноябрендә видеояҙмалар буйынса дистанция рәүешендә (республика).

Конкурс-фестиваль түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:

Коллектив номинациялар - халыҡ йолаһынан өҙөктәр; халыҡ хорының, йыр һәм фольклор ансамблдәренең концерт сығышы;
Яңғыҙ йырлау - халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы һәм сәсәндәр сығышы; халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу; биҙәү-ҡулланма сәнғәте.

Конкурстың II (республика) этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар буйынса һәр ҡатнашыусыға электрон форма тултырырға кәрәк (аҫта килтерелгән һылтанма буйынса). Положение - 2022 йылдың 1 ноябренә тиклем.

Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект "Культура") маҡсаттарына һәм бурыстарына ла тура килә.

http://rumcrb.ucoz.ru/index/konkursy_vystavki/0-14 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: