Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, район хакимиәтендә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән берлектә бизнес пландар ҡаралды. Улар граждандар тарафынан шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн тапшырылған.
Комиссия биш проектты тикшерҙе. Өс кешенең бизнес планы буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде. Улар Асҡар ауылында автотранспорт сараларын йыуыуға, күсемһеҙ милек һатҡанда һәм һатып алғанда аралашсы хеҙмәте, бөҙрәхана һәм матурлыҡ салоны хеҙмәттәре күрһәтеүгә ҡағыла.
“Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге йүнәлеше буйынса социаль килешеү үҙ эшеңде асыуға дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеген биргән һөҙөмтәле сараны тәшкил итә, сөнки күптәрҙең йүнселлек менән шөғөлләнеү өсөн аҡсаһы етмәй. Ә был килешеү башланғысты тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә”, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/273115
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/273115