Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың һөтсөлөк фермаларының техник-осеменаторҙары, баш зоотехниктары, ветеринарҙары, селекционерҙары һөнәри оҫтлыҡ конкурсында ҡатнашты. Бер үк ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, спорт ярыштары ла ойошторолдо.
Был һөнәрҙәр бик мөһим һәм кәрәкле, сөнки тап ошо белгестәр малсылыҡты үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, яҡшы генетиканы асыҡлайҙар, икенсенән, малды үрсетеү сараһын күрәләр, ауырыуҙарҙы алдан күҙаллайҙар.
Оҫталарҙың бәйгеһе “Горшков” тоҡомсолоҡ заводының Ҡаҙы-Йәлдәк йәйге лагерынан алыҫ түгел ерҙә үткәрелде. Техник-осеменаторҙар араһындағы ярышта “Ленин” тоҡомсолоҡ заводынан Орифали Эшонкулов чемпион исемен яуланы. Зоотехник-селекционерҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә “Россия” тоҡомсолоҡ заводы белгесе Ләйсән Сәхәүетдинова өлгәште.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/273696
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/273696