Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2022, 13:50

Дүртөйлөнөң тарихи өлөшө яңыра

Ҡала халҡына ял итеү мөмкинлектәре киңәйә.

Дүртөйлөнөң тарихи өлөшө яңыра
Дүртөйлөнөң тарихи өлөшө яңыра

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярҙамында Мусин урамында йәнә бер ял урыны булдырыу күҙаллана. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә  йәшел сквер барлыҡҡа киләсәк. Был объект 2022 йылда рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланған.  

- Йыл һайын ҡалабыҙҙы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерәбеҙ. Бөгөн подрядсы асфальтланған йәйәүлеләр юлын бордюрҙар менән төҙөкләндерә башланы. Биләмә мөмкин тиклем йәшелләндерелә. Сквер һәм машина юлы араһына йәшел ҡалҡан һымаҡ алмағастар һәм шыршылар үҫеп сығасаҡ. Ял зонаһының буйынан-буйына күп йыллыҡ сәскәләр һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ. Биләмә яҡтыртыласаҡ һәм  эскәмйәләр урын аласаҡ. Тиҙҙән Дүртөйлө ҡалаһының тарихи өлөшө яңы төҫ алырына  ышанам, - тине район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Шуныһы мөһим, быға тиклем үҫкән ағастар һаҡланып ҡаласаҡ. Был урында бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу ҙа планлаштырыла.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: