Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәмәғәт үҙәктәре 2017 йылдың апреленән эшләй башланы. Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт үҙәктәрен булдырыу электрон мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге сикләнгән граждандарға - пенсионерҙарға, эшһеҙҙәргә, алыҫ райондарҙағы уҡыусыларға һәм халыҡтың башҡа категорияларына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Һанлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) сиктәрендә ойошторолған.
- Әгәр һеҙ интернет аша дәүләт сервистары менән ябай эш итеү алымдарын үҙләштерергә теләйһегеҙ икән, йәмәғәт үҙәктәре ярҙам итәсәк. Белем үҙәгендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте рәсмиләштерергә, белем биреү ойошмаһын һайларға һәм документтар тапшырырға, табипҡа ҡабул итеүгә, баланы мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына яҙҙырырға, һалымдарҙы түләргә өйрәтәләр – быларҙың барыһы ла онлайн башҡарыла. Һанлы грамоталылыҡ мәсьәләләре буйынса бушлай консультация биреү – был мөмкинлек тә йәмәғәт үҙәктәрендә күрһәтелә, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Фото: Башинформ.