Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2022, 14:30

Асҡын ауылында зыяратты төҙөкләндерәләр

Мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, доға ҡылыу ғына етмәй, уларҙың мәңгелек төйәген дә тәртиптә тотоу фарыз.

Асҡын ауылында зыяратты төҙөкләндерәләр
Асҡын ауылында зыяратты төҙөкләндерәләр

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса стадионды төҙөкләндереү эше дауам итә. Әле эш планы төҙөлгән, биләмәне ҡоймалау бара.

Стадион эргәһендә генә зыярат урынлашҡан. Ауыл халҡы уны ла төҙөкләндерергә ҡарар итте.

“Мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, доға ҡылыу ғына етмәй, уларҙың мәңгелек төйәген дә тәртиптә тотоу фарыз. Был - беҙҙең бурысыбыҙ”, – ти рустар соборының Асҡын районы бүлексәһе советы рәйесе Олег Балахонов.

Был турала ул һөйләп кенә ҡалмай, һүҙен эш менән дә раҫлай. Оҙаҡ йылдар дауамында янғын һағы хеҙмәткәре, аҙаҡ  уның етәксеһе булып эшләгән осорҙан уҡ Олег Балахонов Асҡын ауылы зыяратында өмәләр ойоштора.

Сираттағы өмә ошо көндәрҙә үтте. Әйткәндәй, сараға 64-се янғын һағы тотош йәлеп ителгән. Урындағы халыҡ та уларға әүҙем булыша.

Төп эш ҡороған ағас, ҡыуаҡтарҙы киҫеп, зыярат биләмәһенән ситкә сығарыуға ҡорола. Техника менән шәхси эшҡыуарҙар Зубов һәм Абдуллин, “Асҡын электр селтәрҙәре” йәмғиәте, “Асҡын” юл-төҙөлөш күсмә механизацияланған колоннаһы ярҙам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/274175

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: