Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә Рәсәйҙең һөнәри белем биреү ойошмаларының производствоға өйрәтеү оҫталары араһында “Йыл оҫтаһы” (мастеры) Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәрен һәм Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусылар араһында республика олимпиадаһы призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.
“Йыл оҫтаһы” конкурсы республикала икенсе тапҡыр уҙғарыла. Ғаризалар һаны йылдан-йыл арта. Конкурсанттар һайлап алыу этабында портфолио әҙерләй. Быйыл бөтәһе 44 эш тәҡдим ителгән. Төбәк этабына ун ҡатнашыусы һайлап алынған.
Төбәк этабы һөҙөмтәләре буйынса Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы мастеры Алексей Храмов Гран-при яулауға өлгәшкән. Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы колледжынан Виктор Хәзиев – беренсе; М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжынан Гөлнара Сәлихова – икенсе; Мәләүез күп профилле колледжынан Марина Шункарева өсөнсө урынды алған.
Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәри белем биреү колледжынан Наталья Муллабаева – “Эштә әүҙемлек һәм энтузиазм өсөн”; Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан Гөлназ Рәхмәтуллина – “Халыҡ йолаларын һаҡлаған һәм ижад иткән өсөн”; Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжынан Гүзәл Смиян “Оптимизм һәм балаларға һөйөү өсөн” номинацияһында еңеү яулаған.
Шулай уҡ дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса республика олимпиадаһы призерҙары ла тәбрикләнде. Был ярыш математика, рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, физика фәндәре буйынса үткәрелә. Олимпиадала ҡатнашыу студенттарға аң даирәһен киңәйтергә һәм предмет өлкәһендә иң яҡшыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан