Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2022, 15:30

Яңы быуын китапханаһы буйлап сәйәхәт иттеләр

Кескәй ҡунаҡтар өсөн “Шағир һәм батыр Салауат Юлаев” дәресе үткәрелде.

Яңы быуын китапханаһы буйлап сәйәхәт иттеләр
Яңы быуын китапханаһы буйлап сәйәхәт иттеләр

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы асылған Иҫке Ҡалмаш ауыл модель китапханаһында Туҙлыҡыуыш ауылы мәктәбе ҡарамағындағы “Ромашка” лагеры балалары өсөн экскурсия ойошторолдо.

Унда уҡыусылар яңыртылған китап фонды, функциональ залдар, интерактив ҡорамалдар, яңы хеҙмәттәр һәм ресурстар менән танышты. Уларҙы айырыуса балалар һәм музыка зонаһы, сенсор бүлмәһе ҡыҙыҡһындырҙы. Был майҙансыҡтарҙа йәштәргә байтаҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс нәмәләр - китаптар, уйындар, музыка ҡоралдары, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге, интерактив ҡомлоҡ һәм интерактив иҙән, уҡыу һәм ял итеү өсөн уңайлы урындар тәҡдим ителде.

Кескәй ҡунаҡтар өсөн милли батырыбыҙҙың тыуған көнөнә арналған “Шағир һәм батыр Салауат Юлаев” тыуған яҡты өйрәнеү дәресе үткәрелде. Балалар халыҡ батырының тормошо һәм ҡаһарманлығы менән танышты, уның тыуған яҡ тураһындағы шиғырҙарын тыңланы, Башҡортостан тарихынан бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Мауыҡтырғыс хикәйә электрон презентация менән оҙатылып барҙы

Осрашыу аҙағында балалар өсөн төрлө уйындар һәм конкурстар ойошторолдо.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: chekmagush.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/274433

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: