Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2022, 16:05

Юлдарҙа йәшәү күрһәткесе сағыла

Башҡортостанда милли проект ярҙамында спорт объекттарына юлдар яңыртыла.

Юлдарҙа йәшәү күрһәткесе сағыла
Юлдарҙа йәшәү күрһәткесе сағыла

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект «Безопасные качественные дороги») тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҙур иғтибар социаль әһәмиәтле объекттарға, шул иҫәптән спорт учреждениеларына илткән маршруттарға бирелә. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

 - Стадион һәм спорт мәктәптәренә барып етеү мөмкинлеге уңайлы булырға тейеш, - тип белдерә  Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Күләмле спорт үҫеше туранан-тура инфрастуктураны, шул иҫәптән транспорттыҡын модернизациялау менән бәйле.

Өфөлә быйыл социаль әһәмиәтле объекттарға илтеүсе бер нисә юл участкаһы капиталь ремонтланасаҡ. Төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына ете километрлап урам-юл селтәрҙәре участкалары ремонтланасаҡ. Улар мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм спорт объекттарына илтә. Ғабдулла Амантай, Гвардия, Завод, Кәрим Хәкимов, Кемеров, Суворов, Чернышевский урамдары, Рәсәй тыҡрығы яңыртыла.

Стәрлетамаҡта милли проект ярҙамында 2022 йылда үҙәк магистраль урамдарҙың береһе - Кочетов урамы буйлап юл ремонтланасаҡ. Ул Урман урамынан Бабушкин урамына тиклем һуҙыла. Белегестәр әйтеүенсә,  төҙөкләнгән  юл яңы уҡыу йылына асыласаҡ. Был бигерәк тә эргәләге  “Содовик” спорт комплексында шөғөлләнеүсе спортсылар өсөн мөһим.

Бөгөн объекттарҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Ҡағиҙә булараҡ, юлсылар иҫке бордюрҙарҙы һәм туҙған асфальт-бетон япмаларын яңыға алмаштыра, кәрәк урындарҙа тротуарҙарҙы ла төҙөкләндерә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”  милли проекты сиктәрендә 2022 йылда  Башҡортостанда 210 километрҙан ашыу юлды яҡшы торошҡа килтереү планлаштырыла, был эштәр 102 объектта алып барыласаҡ.

Шуны билдәләү мөһим, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”  милли проекты “2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар тураһында”ғы Президент указы положениеһын үтәү  маҡсатында Рәсәйҙең транспорт министрлығы тарафынан эшләнгән. Милли проекттарҙа Рәсәйҙең 84 субъекты һәм 105 ҡалаһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының  юл эшмәкәрлеге программаһын финанслау федераль һәм төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: