Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Июнь 2022, 16:15

Инвестиция порталына ай һайын 40 мең кеше ингән

Портал сит илдәрҙә лә танылыу яулаған.

Инвестиция порталына ай һайын 40 мең кеше ингән
Инвестиция порталына ай һайын 40 мең кеше ингән

Башҡортостандағы дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылғы эш йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингында тәүге биш субъект иҫәбенә инде. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында хәбәр иттеләр.

Стратегик башланғыстар агентлығы эксперттары рейтингта төп позициялар иҫәбенә Инвестиция порталын инвестиция эшмәкәрлеге мәсьәләләренә йәлеп итеүҙе, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыуҙы, шулай уҡ уны алып барыу буйынса төбәктәге эш системаһын индергән. 2021 йылда эшләй башлағандан алып порталға 599290 тапҡыр ингәндәр, айына 40 меңдән ашыу порталдың хеҙмәтенән файҙаланғандар.

Мәғлүм булыуынса, бындай хеҙмәттәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған "Һанлы иҡтисад" милли проекты (национальный проект "Цифровая экономика") нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Былтыр инвестиция инфраструктураһы объекттары күрһәтелгән Инвестиция картаһы һәм махсус иҡтисади зоналарға арналған бүлектәр эшҡыуарҙар өсөн иң популяр майҙансыҡтар булған. Инвестиция порталы илдән ситтә лә танылыу яулаған, Ҡытай, Төркиә һәм Германияның бизнес-аудиторияһы порталға әүҙем ингән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/462865/

Сығанаҡ: https://it.bashkortostan.ru/presscenter/news/462865/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: