Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәр капиталь ремонтлана

Программа киләһе йылда ла дауам итәсәк...

Мәктәптәр капиталь ремонтлана
Мәктәптәр капиталь ремонтлана

Республиканың 63 мәктәбендә капиталь ремонт бара. Ошо турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә яҙҙы. Эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” федераль программаһына ярашлы башҡарыла.

Ремонт тулы масштабта атҡарыла. Мәктәптәрҙең ҡыйыҡтары, түшәмдәр, иҙәндәр, һыу үткәргестәр, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре, биналарҙың тышҡы яңы яңыртыла. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларына яңы ҡорамалдар һатып алына, биләмәләр  төҙөкләндерелә.

“Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” федераль прораммаһына ярашлы Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылы мәктәбендә лә эштәр ҡайнай. Мәктәптең эсендә капиталь ремонт апрель айында башлана. Ошо ваҡыт эсендә  стеналар, түшәмдәр тигеҙләнгән, һыланған, ишектәр яңыртылған. Әле буяу эштәре бара.

Радий Хәбиров белдереүенсә, программа киләһе йылда ла дауам итәсәк. Уға ярашлы Башҡортостандың 23 мәктәбе ремонтланасаҡ, ә 17 мәктәптә ағымдағы йылда башланаған эштәр тамамланасаҡ.

 

Фото: strategy24.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в