Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә яңы музыка ҡорамлары алды.
Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан бүленгән алты миллион һумдан ашыу аҡсаға өс “Мелодия”, ике “U1J” пианиноһы һатып алынды. Бынан тыш, республиканың Мәҙәниәт министрлығы аша учреждениеға баяндар, аккордеондар, гитаралар тапшырыла.
Һуңғы тапҡыр мәктәптә музыка ҡоралдары 2013 йылда яңыртылғайны. Ул осорҙа аккордеон, баян һәм рояль алынғайны. Әлбиттә, 50 йылдан ашыу эшмәкәрлек йылдарында сәнғәт мәктәбендәге күпселек ҡорамалдар иҫкереп бөткән, шуға күрә әлеге яңыртыу саралары ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Әле мәктәптә 843 бала музыка серҙәренә төшөнһә, киләһе уҡыу йылында йәнә 120 уҡыусы килә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/275222
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/275222