Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) тормошҡа ашырыла. “Таҙа һыу” проектына ярашлы һыуҙы мембраналы таҙартыу ысулы ғәмәлгә индерелде. Ул ташҡын һәм яуым-төшөм күп булғанда һыуҙы тулыһынса таҙартыу мөмкинлеген бирә.
Программаның маҡсаты – халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү күләмен арттырыу. Әйткәндәй, һыуҙың сифатын стәрлетамаҡтар быйыл яҙ уҡ баһаланы. Яҙ крандан аҡҡан һыуҙың таҙа булыуын күптәр билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, проектҡа 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Эш Рәсәй, Башҡортостан һәм ҡала бюджетынан бүленгән субсидия иҫәбенә финансланды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/275219
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/275219