21-23 июндә Кушнаренко районының “Горский” балалар ялы, һауыҡтырыу һәм туризм үҙәгендә XXIX Республика йәш экологтар һәм урмансылар слёт-конкурсы үтә.
Слеттың маҡсаты: уҡыусыларҙың биологияға һәм экологияға ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә, тәбиғәт экосистемаларын һаҡлау эшендә практик ҡатнашыуға йүнәлтелгән тикшеренеү һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге күнекмәләрен үҙләштереү буйынса башланғыстарына булышлыҡ итеү.
Слетта ситтән тороп һайлап алыу этабын үткән Асҡын, Балаҡатай, Белорет, Благовещен, Дыуан, Ишембай, Ҡыйғы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мишкә, Салауат, Туймазы райондарынан, Октябрьский, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан йәш экологтар командалары ҡатнаша.
Слетҡа шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Йәрмәкәй, Илеш, Күгәрсен, Ҡариҙел райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 2021 йылда республика мәктәп урмансылыҡтары смотр-конкурсында еңеүсе һәм призер булған командалар саҡырылған.
Слет программаһы теоретик турҙан тора, унда жюри ағзалары балаларҙың экология һәм урманды өйрәнеү буйынса белемен, шулай уҡ практик белемдәрен баһалаясаҡ. Ошоға ярашлы балалар яланда экологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәк һәм “Горский” балалар ялы, һауыҡтырыу һәм туризм үҙәге янындағы урман үҫентеләренең торошон баһалаясаҡ. Слетта еңеүселәрҙән Бөтә Рәсәй йәш экологтар слетында ҡатнашыу өсөн команда төҙөлә.
Ошоноң ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) һәм “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан