Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ашҡаҙар йылғаһы эргәһендәге пляжды төҙөкләндереүгә бәйле, быйыл ҡала пляжы Ағиҙел йылғаһы буйында асыла. Ул Ағиҙел күпере эргәһендә урынлашҡан махсус йыһазландырылған кәмә станцияһын тәшкил итә.
Ҡала пляжына Техник урам буйлап, Профсоюз һәм Кочетов урамдары аша барырға мөмкин. Әле был урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) буйынса ремонт башланды. Атап әйткәндә, Техник урамдың Бабушкин урамынан “Көньяҡ үткәүел” туҡталышында тиклемге, Кочетов урамының Урман урамынан алып Бабушкин урамына тиклемге, Профсоюз урамында Элеватор урамынан алып Тимер юл урамына тиклемге участкалары төҙөкләндерелә.
Подряд ойошмалары иҫке асфальтты ҡырып алып, тигеҙләп яңынан түшәгән, бордюрҙарҙы яңыртҡан. Киләһе этапта тамға һыҙалар. Эште 31 июлгә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Стәрлетамаҡта 11 километрҙан ашыу дөйөм файҙаланыуҙағы 15 автомобиль юлын ремонтлайҙар.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru/news/dorogi
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/275781