Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2022, 11:15

“Балаларыбыҙ менән бында килербеҙ әле...”

Өлкәндәр Бүздәк районына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды.

“Балаларыбыҙ менән бында килербеҙ әле...”
“Балаларыбыҙ менән бында килербеҙ әле...”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) буйынса өлкән быуын өсөн тормошҡа ашырылған республиканың туристик объекттары буйлап бер көнлөк бушлай экскурсиялары Дәүләкән районы өлкәндәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты пенсионерҙарҙы Башҡортостан тәбиғәте “ынйылары” һәм мәҙәни мираҫы менән таныштырыу мөмкинлеген бирә.

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә райондың бер төркөм өлкән туристары Бүздәк районына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды. Сарала ҡатнашыусылар Бүздәктең иҫтәлекле урындары, атап әйткәндә, татар мәҙәни үҙәге, Ғосман империяһы стилендә төҙөлгән Килем һарайы, 1821 йылда һалынған боронғо мәсет менән танышты. Урындағы фермер кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, ҡайын миндеге әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

“Экскурсия бик оҡшаны. Бында балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ килергә ниәтләйбеҙ, сөнки улар ҙа бай тарихыбыҙҙы, милли йолаларыбыҙҙы мотлаҡ белеп үҫергә тейеш. Иҫ киткес тәьҫораттар, ҡымыҙ һәм ҡайын миндектәрен ылып ҡайттым Бүздәктән”, – тине  турист Любовь Ломовицкая.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/275936

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/275936

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: