“Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Октябрьскийҙың Ҡала мәҙәниәт һарайында казак мәҙәниәтенең “Распахнись, душа казачья!” исемле төбәк-ара фестиваль-конкурсы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелде.
Фестиваль Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында “Рәсәй милләте берҙәмлеге һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл конкурста Башҡортостан Республикаһынан, Ырымбур, Свердловск һәм Һамар өлкәләренән 360 кеше, шул иҫәптән 30 ижади коллектив, 16 солист ҡатнашты.
Фестиваль асыу тантанаһында почетлы ҡунаҡтар – Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев; Өфө-Табынск айырым казак йәмғиәте атаманы Максим Дементьев; Октябрьскийҙың Троицк-Сергий ғибәҙәтханаһы руханиһы, иерей Александр Бронников конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, сәмле ярышта уңыштар теләне.
Халыҡ йәне – йырҙарында, тиҙәр. Борон-борондан эшләгәндә лә, ял иткәндә лә игенсе, яугир, Ватанды һаҡлаусы казак йырҙан айырылмаған. Быуындан быуынға тапшырылып, моңло йырҙар бөгөнгө көнгәсә килеп еткән. Казактарҙың йыры сағыу, яңғырауыҡлы, күңелгә үтеп инә.
Гала-концерт мәҙәниәт һәм ял паркының йәйге эстрадаһында барҙы. Ижади төркөмдәр, солистар, Октябрьский һәүәҫкәрҙәре һәм фестиваль ҡунаҡтары сығыш яһаны. Тамашасылар уларға ҡушылып ихлас йырланы, бейене. Казактар ҡылыс ҡулланыуҙа таһыллыҡта ла көс һынашты.
"Изгелек кенә хакимлыҡ иткән икенсе бер донъяға барып эләккәндәй булдыҡ”, – тине "Любо" ансамбле етәксеһе, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһынан Евгений Камчаткин, Октябрьский ҡалаһы халҡының ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып.
Фестиваль ахырында еңеүселәр тәбрикләнде.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.