Башҡортостан митрополияһында педагогика, тәрбиә һәм 20 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр менән эш өлкәһендә “Уҡытыусының әхлаҡи батырлығы өсөн” бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы этабына йомғаҡ яһалды.
Конкурсты Рәсәй Федерацияһы Президентының федераль округтарҙағы Тулы хоҡуҡлы вәкилдәре ярҙамында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы менән берлектә Рус Православие сиркәүе үткәрә. Конкурстың республика этабы Өфө епархияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторолған.
Конкурс комиссияһы төбәк этабында еңеүсе алты эште билдәләне: беренсе урын – Кирамова Е.В. (Яңауыл ҡалаһы лицейы); икенсе урын – Дауытова Г.С. (Ишембай ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе), Губачев О.В. (Архангел ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе); өсөнсө урын – Йәнтүрина Н.Г., Федорова Е.Н. (Мәләүез ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр ижады йорто), Искәндәрова А.Г. (Бөрө коррекция мәктәп-интернаты), Новичкова И.С., Ғәләмова Л.Н. (Благовещен ҡалаһының ҡатнаш төрҙәге 9-сы балалар баҡсаһы).
Номинацияларҙа еңеүселәрҙең өс эше конкурстың II Төбәк-ара этабында ҡатнашыу өсөн йүнәлтеләсәк.
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 2022 йылдың ноябрендә сираттағы Табын уҡыуҙарында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залында уҙа.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: sayansk-eparchy.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан