Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июнь 2022, 11:30

“Башҡорт машиналар төҙөү заводы” етештереү күләмен киңәйтә

Предприятие металл конструкциялар яһау, металл һәм ағас эшкәртеү, теплицалар, бәүелсәктәр, ҡапҡалар һәм башҡа әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә.

“Башҡорт машиналар төҙөү заводы” етештереү күләмен киңәйтә
“Башҡорт машиналар төҙөү заводы” етештереү күләмен киңәйтә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

2020 йылда Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин етәкселегендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы эшҡыуарҙың проекты ҡарала, ул бина һорап мөрәжәғәт итә.

Һәм бына бер йылдан һуң бында ун кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Ташҡын ауылында урынлашҡан “Башҡорт машиналар төҙөү заводы” металл конструкциялар яһау, металл һәм ағас эшкәртеү, теплицалар, бәүелсәктәр, ҡапҡалар һәм башҡа әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ завод йорт хайуандарын ташыу өсөн бөтә уңайлыҡтары булған универсаль тағылма ҡоролмалары етештерә башлаған.

Фото: admbrk.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в