Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июнь 2022, 13:30

Эш 65 процентҡа башҡарылған

Китапхананы “Яңы быуын модель китапханаһы” проектына индереүҙе көтәләр.

Эш 65 процентҡа башҡарылған
Эш 65 процентҡа башҡарылған

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Асҡын ауылындағы үҙәк китапхана бинаһында ремонт дауам итә. Әле эш 65 процентҡа тамамланған. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә төҙөкләндерелә.

Бөгөн электр системаһы алмаштырылған, түшәм эшләнгән, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйылған, стеналар йөҙләнгән һәм буялған, санузелды тәртипкә килтерергә, ишек-тәҙрәләр ҡуйырға, кафель плитәһен йәбештерергә ҡалған.

– Китапханала ремонт эштәре төбәк Башлығының күрһәтмәһе буйынса башҡарыла. Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды аша уға 18 миллион һум самаһы аҡса бүленгән, – тине мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Ривал Сәлимов. – Дөйөм алғанда, бында барлыҡ талаптарға һәм нормаларға яуап биргән заманса, уңайлы модель китапхана барлыҡҡа киләсәк. Әлбиттә, һанлы технологиялар дәүерендә һанлы форматҡа ныҡлы иғтибар бирергә ниәтләйбеҙ. Әле Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының китапханабыҙҙы “Яңы быуын модель китапханаһы” проектына индереүе тураһындағы ҡарарын көтәбеҙ.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/463874/

Сығанаҡ:  https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/276350

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в