Ҡала пляжына Техник урам буйлап, Профсоюз һәм Кочетов урамдары аша барырға мөмкин. Әле был урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) буйынса ремонт башланды.
Атап әйткәндә, Техник урамдың Бабушкин урамынан “Көньяҡ үткәүел” туҡталышында тиклемге, Кочетов урамының Урман урамынан алып Бабушкин урамына тиклемге, Профсоюз урамында Элеватор урамынан алып Тимер юл урамына тиклемге участкалары төҙөкләндерелә.
Подрядсы ойошмалар иҫке асфальтты алып, яңынан түшәгән, бордюрҙарҙы яңыртҡан. Киләһе этапта тамға һыҙалар. Был эштәрҙе 31 июлгә тиклем тамамларға планлаштыралар.
Ағымдағы йылда, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡта 11 километрҙан ашыу дөйөм файҙаланыуҙағы 15 автомобиль юлын ремонтлаясаҡтар.
Фото: sterlitamakadm.ru/news/dorogi
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан