Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов менән ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәк операторы – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында булды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы төҙөлгән яңы комплекс йыл һайын 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.
Төҙөлөшкә һәм ҡорамалдар һатып алыуға 140 миллионға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Комплексты сафҡа индереү 50-нән ашыу эш урыны булдырыу, Туймазылағы полигонды файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу, ҡайтанан файҙаланыу өсөн икенсе сеймал алыу күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Туймазы ҡалаһындағы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм беренсе ҡат эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса иң ҙур һәм танылған компанияларҙың береһе – “Хусманн Рус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡорамалы ҡуйылған. Ул органиканы айырыу өсөн заманса “Грохот” системаһын, роторлы һәм магнитлы сепараторҙарҙы, автоматлаштырылған каналлы престы, таҫмалы, реверслы сортировкалау транспортерҙарын, шулай уҡ комплексҡа идара итеү системаһын үҙ эсенә ала.
Комплексты 1 июлдә асыу планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/276133
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/276133