Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2022, 08:00

31 июлгә тиклем тамамланырға тейеш

Стәрлетамаҡта юлдарҙы төҙөкләндереү эше дауам итә.

31 июлгә тиклем тамамланырға тейеш
31 июлгә тиклем тамамланырға тейеш

Стәрлетамаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә юл эштәре дауам итә.

Подряд ойошмалары Кочетов, Профсоюз, Гоголь, Техник, Көньяҡ, Элеватор урамдарындағы юлдарҙы ремонтланы. Май айында Бабушкин, Курчатов, И. Насыри урамдары буйынса эштәрҙе тапшырҙылар.

Әлеге ваҡытта Суханов, Вокзал, Суворов, Фестиваль, Волочаевка урамдарындағы юлдарҙа ремонт эштәре ҡайнай.

Төҙөлөш бүлеге етәксеһе Марат Кинйәбаев билдәләүенсә, милли проекттың төп маҡсаты - ҡала юлдарын транспорт-файҙаланыу торошон яҡшыртыу һәм үлемде кәметеү. Ошо башланғыс нигеҙендә быйыл оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу 15 юл ремонтланған. Подрядсылар юлдың өҫкө ҡатламын, иҫке бордюрҙарҙы һүтеп ала. Артабан тигеҙләп яңы асфальт һала. Контракт буйынса бөтә эштәр 31 июлгә тиклем тамамланырға тейеш.

Шулай уҡ милли проект сиктәрендә ҡалала светофорҙар ҙа урынлаштырыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sterlitamakadm.ru

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: