Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2022, 10:30

Ашҡаҙар ярҙары рәтләнә

Йылға янындағы пляж Ағиҙел буйына күсерелде. Быны ял итеүселәр аңлап ҡабул иткән.

Ашҡаҙар ярҙары рәтләнә
Ашҡаҙар ярҙары рәтләнә

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа етди иғтибар бүлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, тап быйыл Ашҡаҙар ярҙарын төҙөкләндереү етәкселектең эш планына инде. Шуға асыҡлыҡ индерергә кәрәк, йылға янындағы пляж Ағиҙел буйына күсерелде. Быны ял итеүселәр аңлап ҡабул иткән. Пляж Ағиҙел күперенән йыраҡ түгел урында, унда кәмәләр ҡуйылған.

Ҡала пляжына Стәрлетамаҡтың Техник, Профсоюз, Кочетов урамдарынан төрлө транспортта барып етергә мөмкин. Әйткәндәй, нәҡ ошонда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса эштәр алып барыла. "Бөгөнгә юл өҫтөн ҡырып алыу башҡарылды һәм, тигеҙләп, яңынан ер ҡатламы түшәлде, – ти хеҙмәткәрҙәр. – Киләһе көндәрҙә юл һыҙаттары һалынасаҡ".

Фото: bryansk.bezformata.com

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: