Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2022, 13:30

Тығындарҙан ҡотолоу юлы – күпер төҙөү

Өфө районының Зинин ауылы янында заманса юл айырсаһы төҙөлөшө ҙур тиҙлектә бара.

Тығындарҙан ҡотолоу юлы – күпер төҙөү
Тығындарҙан ҡотолоу юлы – күпер төҙөү

Илдә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, Өфө районының Зинин ауылы янында заманса күп һыҙатлы юл айырсаһы төҙөлөшө башланды, ул ҙур тиҙлектә дауам итә. Яуаплы вәкилдәр әйтеүенсә, юлсыларҙың һәр береһе бурысын яҡшы белә, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Транспорт мәсьәләһе уңышлы хәл ителгән. Ҙур төҙөлөштөң ваҡытында тамамланырына ышанабыҙ, тиҙәр.

Юл айырсаһының оҙонлоғо – 106 метр тирәһе. Ул Иглин – Дим тимер юлын киҫеп үтә, М-5 “Урал” автомобиль юлы аша ла уҙа.

Юлсыларҙың һыу аға торған торбаны һалып бөтөүе (яҙлы-көҙлө көслө булып аҡҡан һыуҙар юлды йыумаясаҡ) эштәрҙең яҡшы ойошторолғаны тураһында һөйләй.

Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев барыһының да планға ярашлы барғанын билдәләй.

Фото: zaks.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: