Баймаҡ урман хужалығында үҫентеләрҙе ябыҡ тамыр системаһы менән үҫтереү өсөн яңы теплица төҙөлгән. Ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр кассеталарҙа үҫтерелә. Бындай алым менән эш иткәндә бөтә тамырҙар контейнер эсендә урынлаша һәм күсереп ултыртҡанда зыян күрмәй.
"Яңы теплицаның ҙурлығы – 10 метрға 30 метр. Бында беҙ 70 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултырттыҡ, - тип һөйләне Баймаҡ урман хужалығы директоры Олег Зөлҡәрнәев. - Көн һайын беҙҙең хеҙмәткәрҙәр температура режимын тикшерә, һыу һибеү графигын теүәл үтәй, шулай уҡ утау менән шөғөлләнә. 2023 йылдың яҙында үҫентеләр урман фондына ултыртырға әҙер була".
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, урмандарҙы тергеҙеү майҙандары арттырыла барырға тейеш. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") сиктәрендә алып барыла. Проект 2024 йылға урмандарҙың кәмеү һәм яңырыу балансын 100 процент нисбәтендә тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Ағымдағы йылға Башҡортостан урмансылары өсөн 14,6 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнгән, шул иҫәптән яһалма урман тергеҙеү буйынса – 6,3 мең гектар.
Фото: tmbreport.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан