Райондың Иҫке Күл урта мәктәбендә “Һәр баланың уңышы” федераль проектының “Мәғариф” (национальный проект "Образование") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәктәптең спорт залында малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн сисенеү бүлмәләрен ремонтлау башланған.
“Һәр баланың уңышы” проектының маҡсаты – ауыл ерҙәрендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу һәм яңыртыу, физкультура-спорт инфраструктураһын үҫтереү һәм пропагандалау.
Хәҙер спорт залындағы бүлмәләр яңы төҫ ала. Эш барышында яҡтыртыу селтәрҙәрен алмаштырыу, душ ҡорамалы, бәҙрәф, раковина ҡуйыу ҡаралған. Ремонт эштәрен “Көньяҡ” төҙөлөш ойошмаһы алып бара. Ремонтты финанслауҙың дөйөм күләме 593 мең һум тәшкил итә.
“Балалар – беҙҙең киләсәк. Уҡыусылар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн уларға уңайлы шарттар булдырабыҙ. Был үҙгәрештәрҙең беҙҙең уҡыусыларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ыңғай йоғонто яһарына ышанам”, - тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.
“Мәғариф” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Башинформ.