Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 12:30

Сыҙамлыҡҡа һынау тоттолар

Бер аҙна эсендә балалар берҙәм һәм татыу командаға әүерелде.

Сыҙамлыҡҡа һынау тоттолар
Сыҙамлыҡҡа һынау тоттолар

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Алпамыш” йәштәр үҙәге нигеҙендә “Йәш спецназсы” күп йүнәлешле хәрби-ватансылыҡ майҙансығы эшләне. Лагерҙың эше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Тәүге көндә йәштәрҙе отрядтарға бүлделәр, тренер Айнур Әхмәров самбо буйынса күнекмә үткәрҙе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илмир Юнысов менән әңгәмә булды, көн мауыҡтырғыс квест менән тамамланды. Иртәгәһенә улар күнекмәлә сыҙамлыҡҡа һынау тотто, “Сәскәләр панноһы” оҫталыҡ дәресендә, “Бер кем дә, бер нимә лә онотолманы” обелискы янында сүп-сар йыйып, “Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ!” акцияһына ҡушылды, “Дельфин” бассейнына барҙы.

Сара барышында үҫмерҙәр Иглин ауылының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” үҙәгендә ГТО нормативтарын тапшырҙы. Һәр кем үҙенең физик һәләттәрен күрһәтергә тырышты. Бер аҙна эсендә балалар берҙәм һәм татыу командаға әүерелде. Һәр кем саранан ҡәнәғәт ҡалды, бай тәьҫораттар менән ҡайтты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/277312

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/277312

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: