Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл алты айҙа министрлыҡ Милли банктың республика бүлексәһе менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн финанс хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт еткереү буйынса туғыҙ ситтән тороп уҡытыу сараһы ойошторҙо. Онлайн-семинарҙарҙа 600-ҙән ашыу тыңлаусы ҡатнашты. Йыл аҙағына тиклем йәнә 18 вебинар планлаштырыла.
Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
– Башҡортостанда, статистика күрһәтеүенсә, йүнселдәр һаны арта. Беҙҙең бурыс – яңы эш башлаған, шулай уҡ күптән эшләгән эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән танылған финанс алымдары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү. Былтыр 23 вебинар ойошторолдо, уларҙа меңдән ашыу кеше уҡыны. Бындай түләүһеҙ курстарҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
6 июлдә үткәрелгән сираттағы вебинарҙа эшҡыуарҙарға лизинг ярҙамы хаҡында һөйләйәсәктәр. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/464526/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/277474