Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) ғәмәлгә инә башлағандан алып хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә 16 мең кеше уҡыған. Милли проектта ҡатнашҡан төбәктәр араһында Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Түбәнге Новгород өлкәһе лидерҙар иҫәбендә.
Түбәнге Новгородта уҙғарылған Волга буйы федераль округы субъекттарының хоҡуҡи органдары ассоциацияһы ултырышында Рәсәй Президентының вәкәләтле вәкиле Игорь Комаров ошо турала белдерҙе.
“Округ буйынса, дөйөм алғанда, меңдән ашыу эре һәм урта предприятиелар ярҙам алды, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә 16 мең кеше белемен камиллаштырҙы. Был резервты иҡтисадты күтәреү өсөн ҡуллланырға була һәм уны ҡулланыу мотлаҡ. Ә закон сығарыусыларға башҡарма власть менән берлектә предприятиеларға ярҙамды киңәйтеү маҡсатында сараларҙы дауам итергә кәрәк”, - тип белдерҙе И. Комаров.
Рәсәй Президентының вәкәләтле вәкиле хәбәр итеүенсә, округта хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Түбәнге Новгород өлкәһе иң алдынғылар. Һуңғыһында, мәҫәлән, проект бөтә тармаҡтарҙы, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлауҙы, сәнәғәтте, дәүләт органдары эшмәкәрлеген дә үҙ эсенә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
Фото: newsroom.su
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан