Башҡортостанда “Республика балалар баҡсаһының иң яҡшы мөдире -2022” конкурсы уҙғарылды. Унда төбәктең төрлө биләмәләренән һигеҙ балалар баҡсаһы мөдире ҡатнашты. Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6-сы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Зинфира Әхмәтшина ла бәйгелә көсөн һынап ҡараны. Ул проектын уңышлы тәҡдим итеп, беренсе урын яуланы.
Мәғлүм булыуынса, һөнәри үҫеш мөмкинлеге биргән бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы үткәрелә.
Зинфира Әхмәтшина етәкселегендәге мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы ла, унда эшләгән тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар ҙа республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, даими еңеүсе була, призлы урындар яулай.
– Тәрбиәселәр И.Ф. Ғәлимоваға, Г.М. Кәримоваға конкурсҡа әҙерләнеүҙәге һөнәрилеге, аҡыллы ҡараштары, компетентлыҡ өсөн рәхмәтлемен, – тине Зинфира Рим ҡыҙы.
Конкурстың финалы Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҙғарылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/464737/