Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған шәмбелә ҡалалағы үҫмерҙәр китапханаһы – “Арт-лаб” һөнәрҙәр оҫтаханаһы алдындағы майҙанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы Һөнәрҙәр фестивале үткәрелде. Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналды.
Был көндө теләгән һәр кеше һөнәрсе роленә инеп, үҙ ҡулы менән әйберҙәр яһау мөмкинлегенә эйә булды. Фестиваль ҡунаҡтары сәйләндән һәм атлас таҫманан беләҙек үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, Екатерина Усманова менән балауыҙҙан шәм яһаны, ҡурсаҡ, балсыҡтан һыҙғыртҡыс эшләне, йүкәнән кәрзин үрҙе. Балалар ҡағыҙҙан һындар яһап ҡараны, ә йәш рәссамдар пленэрҙа ҡатнашты.
Шулай уҡ Һөнәрҙәр фестиваленә Ауырғазы районынан халыҡ оҫтаһы Алексей Спиридонов килде. Ул тал сыбығынан ҡумталар, сәскәләр өсөн вазалар, кәнфит һауыттары, журнал өҫтәлдәре, тәгәрмәсле креслолар үрә. Людмила Ведищева иһә фарфорҙан эшләнгән сәскә рәүешендәге брошкалар, сәскә һәм еләк композициялары күргәҙмәһен ойошторҙо.
Фестивалдең иң әүҙем ҡатнашыусылары өсөн “Батырҙар уйыны” майҙансығы эшләне. Командалар етеҙлектә, ҡыйыулыҡта ярышты. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары музыка һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы. Халыҡ йырҙары һәм көйҙәре сараға милли сағыулыҡ өҫтәне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/278226
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/278226