Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә, Асҡын ауылының 2-се мәктәбе эргәһендәге стадионды төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Әлеге ваҡытта стадион кәртәләнгән, планировка эшләнгән, газон үләне сәселгән. Стадионды һәм йүгереү юлдарын яҡтыртыу, автомобиль туҡталҡаһы һәм юлдар эшләнә.
Асҡын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Анатолий Щербинин етәкселегендә уҙғарылған күсмә кәңәшмәлә эшләнгән эштәр барланды, трибуналарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Улар дүртәү буласаҡ. Подрядсы бурыстарын үҙ иңдәренә йөкмәгән “Асҡын” йәмғиәте трибуналарҙы аҙна эсендә урынлаштырырға күҙаллай.
Стадионды төҙөкләндереүҙе, проект сиктәрендә, былтыр Асҡын халҡы үҙе һайлай. Тап ошо проект өсөн 2620 кеше тауыш бирә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 9,5 миллион һум йүнәлтеләсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан