Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы район хакимиәтендә уҙғарылған ултырышта Асҡында йәнә бер мәсет төҙөргә ҡарар ителде. Ултырышта дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ағзалары ҡатнашты. Улар ҡарарҙы бер тауыштан хупланы.
– Йондоҙло биҫтәһендә мәсет төҙөү тәҡдиме менән миңә ауыл халҡы бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте, – тине район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы. – Был биҫтәлә халыҡ бик күп йәшәй. Йәш быуынға яҡшы тәрбиә биреү йәһәтенән дә мәсет ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Ошо изге эште хупларға тәҡдим итәм.
– Байрам намаҙҙарында Асҡын мәсетендә 150-200 кеше йыйыла, ҡайһы берҙә урын да етмәй, шуға күрә Көнсығыш һәм Йондоҙло биҫтәләрендә мәсеттәргә ихтыяж ҙур, – тине Асҡын үҙәк мәсетенең имам-хатибы, Асҡын районының имам-мөхтәсибе Рөстәм Ғәйҙуллин. – Мәсетте типовой проектҡа ярашлы төҙөргә ниәтләйбеҙ. Халыҡ төҙөлөшкә ыңғай ҡарашта. Нигеҙгә тәүге иғәнәләр ҙә бар. Мәсет иғәнә иҫәбенә төҙөлә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/278607
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/278607