Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2022, 17:15

“Федоровка ҡулсаһы”нан алыҫ түгел – яңы заправка

Киләсәктә күп төрлө яғыулыҡ станцияһын да сафҡа индереү ҡарала.

“Федоровка ҡулсаһы”нан алыҫ түгел – яңы заправка
“Федоровка ҡулсаһы”нан алыҫ түгел – яңы заправка

Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) сиктәрендә район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Әлим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ойоштороусыһы Игорь Ступин менән осрашыу булды.

Тиҙҙән Мәләүез районында Өфө – Ырымбур трассаһы буйында “Федоровка ҡулсаһы”нан алыҫ түгел ерҙә күп функциялы юл буйы сервисы объектын төҙөү күҙаллана. Ул заманса кафены, минимаркетты, йыһазландырылған туҡталҡаны һәм автомобилдәрҙе заправкалау станцияһын үҙ эсенә ала. Киләсәктә күп төрлө яғыулыҡ станцияһын да сафҡа индереү ҡарала. Игорь Валерьевичтың бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһе бар, бер йыл элек кенә “Әлим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Күмертау ҡалаһында заманса “Горыныч” автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан.

Мәләүез районы хакимиәте ошо ниәтте тиҙ арала тормошҡа ашырыуҙа, рөхсәт документтарын алыуҙа, шулай уҡ проектты Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү өсөн Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына кәрәкле мәғлүмәттәрҙе ебәреүҙә ярҙам итәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/279134

Сығанаҡ:  https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/279134

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в