Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2022, 11:15

Заман яңы талаптар ҡуя

Ҡариҙел районында “Үҫеш нөктәләре” үҙәктәре булдырыу өсөн ҡорамалдар килтерелде

Заман яңы талаптар ҡуя
Заман яңы талаптар ҡуя

 

2022 йылда райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында “Мәғариф” милли проектын (национальный проект “Образование”) тормошҡа ашырыу дауам итә. Ҡараяр, Магинск, Хәлил, Яугилде мәктәптәре нигеҙендә  быйыл 1 сентябрҙән “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге белем биреү үҙәктәре асыласаҡ. “Үҫеш нөктәһе” үҙәген  булдырыу маҡсаты – ауыл ерҙәрендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан  дөйөм белем биреү ойошмаларында белем сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыу, тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге  уҡыу предметтарын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлеген киңәйтеү, шулай уҡ “Физика”, “Химия”, “Биология”  предметтары буйынса уҡыу материалын нығытыу  күҙ уңында тотола. Бөгөнгө көндә кабинеттарҙа ремонт эштәре бара һәм ҡорамалдар алына.

Был үҙәктәргә  яңы ҡорамалдар  – физика, химия һәм биология буйынса һанлы лабораториялар, робототехника, механика,  мехатроника нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ физиология буйынса һанлы лаборатория алынды. Улар төп, шулай уҡ мәктәптә өҫтәмә белем биреү өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә.

 Магинс мәктәбе директоры Вера Белоусова әйтеүенсә, “Үҫеш нөктәһе” –  уникаль инициатива, ул балаларҙың белем мөмкинлектәрен күпкә киңәйтергә ярҙам итә, профессиональ кимәлдә тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүгә юл аса.

Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: