Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июнь 2022, 08:30

Асҡын-Көнгәк автоюлына асфальт түшәлә

Һәммәһе 4,5 километр ара юлды әҙерләү бурысы тора

Асҡын-Көнгәк автоюлына асфальт түшәлә
Асҡын-Көнгәк автоюлына асфальт түшәлә

Һауа торошо быйыл юл хеҙмәткәрҙәренә эш күләмен ваҡытында башҡарырға форсат бирмәй. Асҡын-Көнгәк автоюлының Ҡубыяҙ һәм Урмияҙ ауылдары араһындағы юл участкаһында подрядсылар ер полотноһын һала башланылар. Эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные дороги") сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Һәммәһе 4,5 километр ара юлды әҙерләү бурысы тора. Эш барышы менән муниципаль район хакимиәте башлығы Анатолий Щербинин танышты. Ул күсмә йыйылыш уҙғарҙы. Сарала республиканың юл хужалығы идаралығынан район кураторы Антон Соколинский, порядсы ойошмалар – Асҡын юл-төҙөлөш идаралығы,  «Башальянсстрой» йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылышта юлда хәүефһеҙлек мәсьәләһен тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.

Ер полотноһы һалынғас, юл хеҙмәткәрҙәре ҡом, ваҡ таш һаласаҡ, шунан һуң асфальт түшәйәсәк.

Былтыр биш километр арауыҡ юлға асфальт түшәлә, 10,4 километр юл ремонтлана. Быйыл 4,5 километрҙа асфальт түшәү планлаштырыла. Эштәр тулы күләмдә 2024 йылда тамамланасаҡ тип күҙаллана.

Фото: tvkalliance.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: