“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына “МАММОСКАН” һанлы рентгенографик маммограф алынды. Яңы ҡорамалдың хаҡы – 12 миллион һумдан ашыу.
Яңы ҡорамал һөт биҙенең һанлы рентген һүрәттәрен алыу өсөн тәғәйенләнгән. Был һөт биҙе, күкрәк яман шештәрен иртә диагностикалау өсөн мөһим. Ҡорамалдың файҙаланыуҙа ышаныслы, һығылмалы булыуы табиптар өсөн уңайлы.
– Пациенттарыбыҙҙың яңы заманса ҡорамалда тикшереү үтәсәгенә бик шатмын. Хәҙер уның ярҙамында алынған һүрәттәр юғары сифатлы буласаҡ. Дауаханала төрлө сирҙәргә скрининг һәм диагностика үткәрергә мөмкин, – ти Стәрлебаш дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.