Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июнь 2022, 14:45

“ЛИОН” үҙәгендә – “НЕОН” паркы

Күмертау ҡалаһында ошо көндәрҙә сағыу ваҡиға булды.

“ЛИОН” үҙәгендә – “НЕОН” паркы
“ЛИОН” үҙәгендә – “НЕОН” паркы

Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Күмертау ҡалаһындағы “ЛИОН” сауҙа үҙәгендә ҡалалағы тәүге “НЕОН” күңел асыу паркын асыу тантанаһы булды.

Урындағы эшҡыуарҙар, апалы-һеңлеле Виктория Черненко һәм Яна Анакина ғаилә менән ял итеү өсөн бер үк ваҡытта күңел асыуға ла, белем алыуға ла йүнәлтелгән инновациялы проект әҙерләне. Парк балалар уйындарын, сағыу проекцияларҙы һәм алдынғы технологияларҙы берләштерә. Улар ярҙамында балалар ата-әсәләре менән бергә яңы күнекмәләрҙе үҙләштерә, ижади һәләтен үҫтерә.

Паркка килгән ҡунаҡтар билет һатып алып, аттракциондар араһында сәйәхәт итә.  Бында бер юлы унлап кеше рәхәтләнеп ял итә ала. Проекцияларҙы файҙаланыу иҫәбенә парктың тематикаһы еңел генә үҙгәртелә ала. Балалар интерактив уйындар донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡыла.

Мультимедиалы аттракциондар, стеналарҙағы һәм иҙәндәге ҙур интерактив проекциялар ҡағылыу менән йәнләнеп китә. Улар балаларҙы донъяны танып белергә өйрәтә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/279698

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: