Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы комиссияһының "Ауыл хужалығы" йүнәлеше буйынса ултырышы Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко рәйеслегендә видеобәйләнеш режимында үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар илдең агросәнәғәт комплексын һанлаштырыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡараны.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың ауыл хужалығы тармағында дәүләт мәғлүмәт системаларын үҫтереү тураһында һөйләне.
"Башҡортостанда биш йыл дауамында тармаҡты һанлаштырыу менән бик әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Беҙ Рәсәй төбәктәрендә һәм ҡайһы бер сит илдәрҙә булған барлыҡ ҡарарҙар менән таныштыҡ, Алтай крайындағы коллегаларыбыҙ тәҡдим иткән иң уңайлы һәм ғәмәли "Резпак" мәғлүмәт-аналитика системаһы менән эш итә башланыҡ. Өҫтәүенә, беҙ уны камиллаштырҙыҡ, хәҙер теләһә ниндәй федераль программа менән синхронлаштыра алабыҙ", — тине Илшат Фәзрахманов.
Предприятиеларға һанлаштырыуға тотонолған сығымдар хаҡының 40 процентҡа тиклемен ҡаплап, шәхси башланғыстарға ла ярҙам ителә. Был аппарат, машиналар һәм программа тәьминәте һатып алыуҙы үҙ эсенә ала. Шуға күрә бөгөн республикала ауыл хужалығы предприятиеларының 70 процентҡа тиклеме ауыл хужалығын өлөшләтә йә тулыһынса һанлаштырған. Заманса технологияларҙы ҡулланыу буйынса эш әүҙем алып барыла, хужалыҡтар, ғөмүмән, ҡәнәғәт, тип баһаланы был эште Илшат Фәзрахманов.
Бынан тыш, яйлап системаға яңы модулдәр индереләсәк, тип белдерҙе ул. Атап әйткәндә, йыл аҙағына ауыл биләмәләре етәкселәре өсөн "Көнкүреш китабы", "Умартасылыҡ" булдырыласаҡ, ER-Telecom менән агрономдар өсөн метеостанциялар буйынса проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Ултырышта шулай уҡ һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде. Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ауыл хужалығында компетенциялары булған ИТ-белгестәр етешмәй.
Хәҙер был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленә, атап әйткәндә, Башҡортостан дәүләт аграр университеты яһалма интеллект менән эшләү буйынса белгестәр әҙерләүҙең һанлы технологиялары профилдәрен үҙ эсенә ала.
Был башланғыстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ ҡыла.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.