Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июль 2022, 18:45

Ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана

Бер-ике айҙан ҡубыяҙҙар бар мәҙәни һәм ял сараларын яңыртылған клубта үткәрер, тигән өмөт бар.

Ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана
Ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенең иҙәнен яңырталар. Был эште ауыл халҡы башҡара. Тиҙҙән дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путин иғлан иткән милли проекттарҙың береһе – «Мәҙәниәт»тә (национальный проект “Культура”) ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" республика проектына ярашлы, бында матди-техник база ла яңыртыласаҡ.

Мәҙәниәт йорто яңы яҡтыртыу, тауыш ҡорамалдары, механик ҡорамал, сәхнә кейемдәре менән тәьмин ителеп, тамаша залына  ла яңы уңайлы ҡәнәфиҙәр алынасаҡ, музыка ҡоралдары һәм милли кейем дә буласаҡ. Финанслауҙың дөйөм суммаһы яҡынса дүрт миллион һум тәшкил итә. Бер-ике айҙан ҡубыяҙҙар бар мәҙәни һәм ял сараларын яңыртылған клубта үткәрер, тигән өмөт бар.

– Ауыл халҡы тормошоноң байтаҡ өлөшө ошо клуб тирәләй әйләнә, ул ауыл хакимиәте биләмәһендә йәшәгән бар кеше өсөн үҙенә бер үҙәк булып тора, – ти Ҡубыяҙ  ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе. – Бөтә байрамдарҙы ошонда билдәләйбеҙ. Яңыртыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Сәхнәне ремонтларға ихлас тотонған ауыл халҡына рәхмәт, – ти ул.  

Райондың мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығынан әйтеүҙәренсә, Ҡубыяҙ ауыл мәҙәниәт йортон "Мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу" федераль программаһында ҡатнаштырыуға ғариза ла бирелгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ:  vk.com/wall-194191969_3388

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: