Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Салауатта - яңы ял итеү урыны

Яңы йәмәғәт киңлегендә эштәр көҙгә тамамланасаҡ тип планлаштырыла.

Салауатта -  яңы ял итеү урыны
Салауатта - яңы ял итеү урыны

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, республиканың Салауат районында йәнә бер йәмәғәт киңлеге яңы төҫ ала.

Урындағы хакимиәттең сайтында хәбәр ителеүенсә, Малаяҙ ауылының көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә паркты төҙөкләндереү буйынса масштаблы эштәр башланған. Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү 2021 йылда үткәрелгән тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына.

Проектҡа ярашлы балалар һәм спорт майҙансығы, ял итеү зонаһы, биләмәне яҡтыртыу, йәшелләндереү, ҡойманы монтажлау эштәре күҙаллана. Төҙөүселәргә ташландыҡ ер ял итеү урынына әйләнһен өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Яңы йәмәғәт киңлегендә эштәр көҙгә тамамланасаҡ тип планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта тротуарҙар, балалар майҙансығы өсөн нигеҙ һалына, яҡтыртҡыстар өсөн бағаналар урынлаштырыла. Балалар өсөн һәм спорт ҡорамалдары һатып алынған.

Фото: Салауат районы хакимиәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в