Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Арт-лаб” оҫтаханаһы алдында Кәсептәр фестивале ойошторолған. Был ҡыҙыҡлы сара “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы үткәрелгән. Мәғлүм булғанынса, дәүләт башлығы В.В. Путин иғлан иткән күп төрлө проекттар араһында мәҙәниәт өлкәһенә, уның хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән исемле проект та тормошҡа ашырыла.
Стәрлеләге фестиваль Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте йылына арналған. Был көндә теләгән һәр кем үҙен кәсепсе сифатында һынап, үҙ ҡулдары менән ниндәйҙер әйбер эшләп ҡараған. Ҡунаҡтар төрлө ҡул эштәренә, әүәләргә, милли ҡурсаҡтар тегергә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Иң кескәй ҡатнашыусылар ҡағыҙҙан төрлө уйынсыҡтар эшләгән, йәш рәссамдар пленэрҙа булған.
Фестивалгә Ауырғазы районы оҫтаһы Алексей Спиридонов та килгән. Ул талдан үҙенсәлекле әйберҙәр үрә. Людмила Ведищева исемле оҫта һалҡын фарфорҙан эшләгән әйберҙәрен тәҡдим иткән.
Балаларға ла был фестивалдә ҡыҙыҡлы уйындар, шул иҫәптән халыҡ уйындары, ойошторолған. Халыҡ музыкаһын яратҡандар Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының сығыштарын ҡарай алған.
Шулай итеп, "Мәҙәниәт" милли проекты заманса кәсептәр менән бергә халыҡ сәнғәте өлгөләрен дә үҫтерергә ярҙам итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Мәғлүмәт, фото: bash.news/news/