Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июль 2022, 18:30

Тәмәке өсөн... емеш-еләк бирҙеләр

Балаларға ла иғтибар бүлделәр - тәмлекәстәр өләштеләр.

Тәмәке өсөн... емеш-еләк бирҙеләр
Тәмәке өсөн... емеш-еләк бирҙеләр

Ғафури районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Красноусол ауылындағы “Йәшлек” паркында ошо көндәрҙә үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тәмәке тартыуға ҡаршы көрәшкә һәм сәләмәт тормошто танытыуға йүнәлтелгән “Никотинды витаминға алмаштырабыҙ” акцияһын үткәрҙе. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Был көндә ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарға насар ғәҙәттәренән бер көнгә булһа ла баш тартырға һәм тәмәкенең һаулыҡҡа зыяны тураһында уйланырға тәҡдим ителде. Китапханасылар акцияла ҡатнашыусыларға никотиндың кеше организмына зарарлы йоғонтоһо, тәмәке тыуҙырған ауырыуҙар хаҡында һөйләне, хәүефле дәлилдәр ҙә килтерҙе. Халыҡтың акцияға мөнәсәбәте ыңғай булды, улар сарала ихлас ҡатнашты, тәмәкене файҙалы емеш-еләккә алмаштырҙы. Белгестәр балаларға ла иғтибар бүлде, тәмлекәстәр өләште. Балалар бер ҡасан да тәмәке тартмаҫҡа вәғәҙә бирҙе.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/280378

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/280378

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: